Өфөлә бөгөн киске сәғәт 11-ҙән Ағиҙел йылғаһы аша һалынған иҫке күперҙән хәрәкәт итеү туҡтатылды.Сәбәбе – көндәрҙең һалҡынлығы. Күпер аша йөрөүҙе туҡтатыу уны көсөргәнештән һаҡлау маҡсатында атҡарылды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр был ҡоролмаға ремонт яһалды, шулай ҙа белгестәр 25 градус һыуыҡта уның аша транспорт хәрәкәтен ваҡытлыса туҡтатып тороу кәрәклеген әйткәйне.
Ҡала хеҙмәттәре водителдәрҙән маршрутты алдан планлаштырыуҙы һорай. Әлеге ҡоролма ябылған хәлдә, ҡаланан Пугачев күпере аша йәки Нуғай шоссеһы буйлап барып сығырға мөмкин.