Алһыу атаһын ҡотларға килде26.01.2019
Өфө аэропортында Рәсәй йырсыһы Алһыуҙы ҡурай моңо, бауырһаҡ, ҡымыҙ менән ҡаршы алдылар. Сәхнә йондоҙо атаһының – билдәле эшҡыуар, Федерация Советы ағзаһы Рәлиф Сафиндың – 65 йәшен ғаилә менән бергәләп билдәләү уңайынан килеүе хаҡында әйтте.

– Мин бындай тантаналы ҡаршы алыуҙы көтмәгәйнем, – тип уңайһыҙланыу белдерҙе Алһыу. – Башҡортостан – бәләкәй Ватаным. Мин бында һәр ваҡыт ҙур теләк һәм кинәнес менән ашҡынып киләм. Әлбиттә, элек, олатайым менән өләсәйем иҫән саҡта, йышыраҡ була ине бындай сәфәрҙәр. Шулай ҙа әле лә йылына кәмендә ике тапҡыр килергә тырышам. Һағынам, әлбиттә, һағышланам. Ауылға ҡайтҡанда бәхетле бала сағымды иҫкә төшөрәм. Беҙҙә бөгөн – ғаилә байрамы, туғандарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ йыйыла. Атайымдың юбилейы – 65 йәше. Байрамды бында үткәрергә ҡарар иттек.

Йырсы шулай уҡ Өфөлә концерты буласағы хаҡында әйтте.


Вернуться назад