"Мин бит – тыңлаусан кеше: уйлармын"25.01.2019
“Бөгөн хеҙмәти хоҡуғымдан файҙаланып, Әбйәлил районына эш сәфәре һөҙөмтәләре буйынса киң мәғлүмәт саралары менән әңгәмә барышында Радий Фәрит улына үҙемде, шулай уҡ башҡа күптәрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙы бирҙем”, – тип белдерҙе социаль селтәрҙә “Башинформ” агентлығы хәбәрсеһе Азат Ғиззәтуллин. Ниндәй һорау ул?

“Республика етәксеһенән урамда, хатта көндөң һыуыҡ, ҡарлы булыуына ҡарамаҫтан, ни өсөн башлыҡ кеймәүе хаҡында һораным, – тип яҙҙы журналист. – Төбәк халҡы һеҙҙең һаулығығыҙ өсөн бик борсола, һыуыҡ тейҙерерһегеҙ тип ҡурҡа, тинем.

Радий Фәрит улы Мәскәүҙә ун йыл йәшәү дәүерендә башына кейеү ғәҙәтен ташлауын әйтте. “Тик халыҡ һорай икән, мин бит – тыңлаусан кеше, башлыҡтың ниндәйҙер варианты тураһында уйлармын”, – тине”.


Вернуться назад