Төбәгебеҙ ауылдарында боронғо йолабыҙ өмә юғалып барғандай. Әммә уның бөтөүенә юл ҡуйылмаясаҡ, киреһенсә, тергеҙеүгә ҙур иғтибар бүленәсәк, тине Әбйәлилгә сәфәре барышында Радий Хәбиров. “Бөгөнгө йәмғиәткә нимә етешмәй? Кешелеклелек, бер-береңә ҡарата изге мөнәсәбәт. Иҫкә төшөрәйек, элек өмә йолаһы илебеҙҙең барлыҡ халыҡтары өсөн ни ҡәҙәр юғары ҡиммәт ине. Беҙ уны айырым программа нигеҙендә тергеҙәсәкбеҙ. Өмә үткәрелгән ауылдарға матди йәһәттән ярҙам күрһәтеләсәк”, – тип белдерҙе республика етәксеһе.