Әбйәлил районының шифахана-курорт зонаһында урынлашҡан, тау-урмандар менән уратып алынған “Ҡайындар” ял йорто матурлығы, экологик яҡтан таҙалығы менән халыҡ һөйөүен яулаған. Бөгөнгө сәфәрендә республика етәксеһе Радий Хәбиров унда ла инеп сыҡты.Район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов әйтеүенсә, “Ҡайындар”ға беҙҙән генә түгел, күрше төбәктәрҙән дә килеп ял итәләр. Бында халыҡҡа йыл әйләнәһенә хеҙмәт күрһәтелә. Дауаланыусыларға бихисап өҫтәмә заманса медицина ярҙамы алыу мөмкинлеге бар. Ял итеүселәр бигерәк тә бассейнда йөҙөргә ярата. Түләү хаҡына килгәндә, ул республиканың башҡа күп шифаханаларыныҡына ҡарағанда аҙыраҡ.
Радий Фәрит улы бында хәҙер инде файҙаланылмаған корпусты ла ҡараны. Бинаны ремонтлау талап ителә.