Йәнә янғын, йәнә ҡорбандар...24.01.2019
Иглин районының Октябрьский ауылында янғын сығып, 37 йәшлек әсәнең һәм уның ике, биш йәшлек ҡыҙҙарының ғүмере өҙөлдө.

Урындағы хакимиәттән хәбәр итеүҙәренсә, ғаилә имендәр иҫәбендә һаналған. Әлегә шул мәғлүм: әсә кеше иртәнсәк балаларын өйҙә ҡалдырып, магазинға киткән. Кире ҡайтырға юлланғанда йортонан төтөн сығыуын аңғарған. Үтеп барған машинаны туҡтатып, тиҙ генә ҡайтып еткән. Өйҙөң эсендә ут көсәйгән булған. Ҡатын тәҙрә аша эскә ырғып, балаларын ҡотҡарырға ашыҡҡан. Әммә булдыра алмаған: өсөһө лә ут эсендә ҡалған. Йорт тотошлай янған.

Был мәлдә ҡатындың 14 йәшлек тағы бер ҡыҙы мәктәптә булған. Әле уға психологтар ярҙам күрһәтә. Шулай уҡ балаларҙың атаһы колледжда белем алған өлкән ҡыҙҙары менән Өфөлә йәшәгән булған. Ирле-ҡатынлы бергә тормаған.

Әле фажиғәнең сәбәптәре асыҡлана.


Вернуться назад