Алда хәбәр иткәнебеҙсә, бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ултырышы уҙғарылды. V съезды үткәреүгә әҙерлек мәсьәләләрен тикшереү менән бер рәттән, йыйылышта төрлө тәҡдимдәр яңғыраны.Уларҙың иң мөһиме – Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовты милли ойошманың Аҡһаҡалдар ҡорона маҡтаулы ағза итеп алыу. Был тәҡдимде Бөтә донъя ҡоролтайы ҡарамағында булдырылған Аҡһаҡалдар ҡоро рәйесе Вельмир Аҙнаев еткерҙе.
Башҡарма комитет тәҡдимде хупланы, әммә төҙәтмә менән: Мортаза Ғөбәйҙулла улына “Башҡорт халҡының маҡтаулы аҡһаҡалы” исемен биреү мөһим тип билдәләнде.