Өфө табиптары Сибайҙа 1 февралгә тиклем эшләйәсәк тип планлаштырылғайны. Урындағы экологик хәлдең ҡатмарлы булыуына бәйле, был ваҡыт оҙайтылды.“Табиптар бригадаһы Сибайҙа 1 мартҡа ҡәҙәр ҡабул итәсәк, – тип белдерҙе халыҡ менән бөгөнгө осрашыуҙа ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов һәм бының Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың бойороғо булыуын билдәләне.
Белеүебеҙсә, Өфө табиптары Сибайҙың өлкәндәр һәм балалар поликлиникаларында 16 ғинуарҙан алып ҡабул итә. Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Еникееева әйтеүенсә, бөгөн 434 кеше ҡаралған, уларҙың 189-ы – балалар.