Хирургтар Тимур Йыһаншин, Ефим Сендерович һәм Владимир Верзаков һөнәри бурысын тейешле үтәмәүҙә ғәйепләнә. Уларҙан үлгән пациентының туғандары 15 миллион һум талап итә.Был эште тикшереү былтыр йәйҙә башланған. Ул ваҡытта Өфөнөң Октябрь районы суды табиптарҙы амнистия буйынса ебәргән. Хәҙер иһә ғәйепләнеүселәр Киров районы суды хөкөмө алдына баҫҡан. Уларҙан үлгән пациентының туғандары әхлаҡи зыян килтергән өсөн компенсация (суммаһы – 15 миллион һум) талап итә.
Адвокаттары Фәнил Бикмәтов әйтеүенсә, Башҡортостанда, Татарстанда, Удмурт Республикаһының суд-медицина тикшереүе бюроһында, Мәскәүҙә үткәрелгән бер нисә экспертиза күрһәтеүенсә, һөҙөмтә ғәйепләнеүселәр файҙаһына түгел.