“Пятерочка”, “Магнит”, “Красное и Белое”... Был магазиндарҙан Сибай файҙа күрәме? Ҡалала үткән бөгөнгө осрашыуҙа ошо хаҡта һүҙ булған. “Ниңә беҙҙең ҡалала федераль сауҙа селтәрҙәренең тиҫтәләгән магазины эшләй? Улар бит республикаға һалым түләмәй. Ә үҙебеҙҙең урындағы “Байрам”, “Алексеевка”, “Рощинский” совхоздарының фирма магазиндары юҡ тиерлек. Республика етештереүселәре продукцияһын алыу өсөн беҙгә Өфөгә барырға тура килә”, – тип дәғүә белдергән Сибай халҡы осрашыуҙа ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзаловҡа.
“Беҙ бер магазинға ла кәртә ҡуймайбыҙ, – тип яуаплаған етәксе. – Сауҙа баҙары конкуренцияға нигеҙләнгән. “Пятерочка”, “Магнит” магазиндары файҙаланһын өсөн тапшырырға беҙҙә бер ниндәй муниципаль бина юҡ. Барыһы ла түләүле. Биналарҙы ҡуртымға бирһәң, беҙҙең эшҡыуарҙар йыш ҡына бөтөн табыш күләме буйынса һалым түләмәй, ә һалым хеҙмәтенә “өс тин” күрһәтә. Шул уҡ ваҡытта Сибайҙың ҡайһы бер райондарында көндәлек кәрәк-яраҡ һатылған магазиндар бөтөнләй юҡ. Ә һеҙ күп тиһегеҙ. Магазин булыуҙан кемгә насар?”