Республикаға Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң мәғлүмәт өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Александр Жаров килде. Уның менән төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан юлдаш телевидениеһының һанлы форматҡа күскәндән һуң эшмәкәрлегенең технологик мәсьәләләре хаҡында фекер алышты.Республикала яңы форматҡа быйыл июндә күсергә планлаштырыла. Был йәһәттән бер ниндәй ҙә проблема булмаясаҡ, тине федераль хеҙмәт етәксеһе. Ул муниципаль каналдарҙа ғына ауырлыҡ барлығын билдәләне.
“Ундайҙар һәр төбәктә юҡ, шуға күрә үҙҙәренә автоматик рәүештә айырым төймә беркетеү ҡыйын, – тине Александр Жаров. – Хатта 21-се төймә буйынса илдең дүрт төбәгендә конкурс ойошторолмаған – уларҙың үҙ телевидениелары юҡ. Йәнә шуныһы, Рәсәйҙә дүрт ҡала каналы ғына тулыһынса үҙ тапшырыуҙарын күрһәтә. Ә күптәрҙең бындай өлөшө – ике – алты сәғәт, ҡалғаны – һатып алынған контент. Ундай каналдар кабелдә ҡалып, федераль партнерҙары һанлы форматҡа күсһә, мәсьәләне нисек хәл итергә? Көнәркәшлекте онотоп, бер нисә муниципаль каналлы ҡалаларҙа телестудияларға берләшергә кәрәк. Ошо юлды һайлағандар мотлаҡ отасаҡ тип ышанам”.
Александр Жаров шулай уҡ граждандарҙың интернеттағы хәүефһеҙлеге мәсьәләләре буйынса уҙғарылған кәңәшмәлә ҡатнашты. Республика етәксеһе Радий Хәбиров үткәргән был сарала социаль, хоҡуҡ һаҡлау министрлыҡтары һәм ведомстволары вәкилдәре лә булды.