Халыҡҡа сүп-сарҙы айырып йыйыуҙың ыңғай яҡтарын төшөндөрөргә кәрәк, улар бының файҙаһын аңларға тейеш. Өфөнөң Гоголь урамындағы 80-се йортта йәшәүселәр менән аралашҡанда ошо хаҡта белдерҙе республика етәксеһе Радий Хәбиров.“Төбәк операторы, металл, ҡатырға, быяла, пластикты тейешле кимәлдә алһа, барыһын да иҫәптә тоторға һәм халыҡ өсөн квитанцияларҙағы хаҡты төшөрөргә тейеш – был юғары пилотаж буласаҡ, – тине Радий Фәрит улы. – Беҙ ошо эште башланыҡ ҡына әле, иҫәп системаһын яйға һалырға кәрәк. Етмәһә, быялаға, пластик һауыттарға ихтыяж ҙур, уларҙы йыйыу иҡтисади йәһәттән отошло”.
Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, республика халҡы сүп-сарҙы айырып йыйыуҙан үҙенә файҙа алырға тейеш. Ул әлеге йортта йәшәүселәрҙән ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу өсөн хаҡ билдәләнгән квитанцияларҙы ала башлағандармы-юҡмы икәнен һорашты.
“Эйе, – тине халыҡ. – Бер кешенән, әйткәнегеҙсә, 70 һум тип билдәләнгән – ҙур рәхмәт һеҙгә”.
Радий Хәбиров шулай уҡ сүп-сар йыйыу өсөн бюджетта айырым категорияға ҡараған граждандарға компенсация ҡаралғанына иғтибар йүнәлтте. Был йәһәттән халыҡ араһында аңлатыу эше алып барылырға тейеш.