Мәғлүм булыуынса, пассажирҙарҙан берәү Сорғоттан Мәскәүгә осҡан самолетты Афғанстанға бороуҙы талап итеп ғауға ҡуптарғайны. Ул Ханты-Манси аэропортында тотолған.Әлегә ваҡиғаның аныҡ сәбәптәре билдәле түгел. Шуныһы асыҡ: ир иҫерек булған, унда шартлатҡыс та, ҡорал да табылмаған.
Ханты-Манси аэропортына төшөү менән көс структуралары самолеттан ирҙе алып сыҡҡан. Башҡа пассажирҙарҙы ла тикшергәс, осош дауам иткән.