“Командабыҙ көслө, барыһын да эшләйәсәкбеҙ”21.01.2019
Сибайҙағы экологик хәл социаль ғәҙелһеҙлек дәлилдәрен асыҡ күрһәтте, улар эҙмә-эҙлекле тикшереләсәк, тине бөгөн урындағы халыҡ менән осрашыуҙа Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Ринат Бәширов.

“Республика етәксеһе өс ай эсендә бик күпте эшләне, – тине ул. – Беҙҙә бер генә муниципалитет башлығы ла хәҙер уйһыҙ йәшәмәй – Радий Фәрит улы барыһын да эшләргә мәжбүр итә. Беҙ һәр ерҙә тәртип булдырырға тырышабыҙ, әммә барыһы өсөн дә аҡса кәрәк. Шул уҡ транспорт буйынса, әйтәйек, ундарса миллион һум кеҫәләргә киткән булған. Хәҙер быны туҡтаттыҡ, һәм ул аҡса автобустар, лампочкалар һатып алыуға тотоноласаҡ, муниципалитеттарға бирәбеҙ.

Эшебеҙҙе әле яйға һалабыҙ ғына, беҙгә был мөмкинлекте бирегеҙ. Баҫым яһамағыҙ. Командабыҙ көслө, барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Эҙмә-эҙлекле рәүештә. Лампочканан комбинатҡа тиклем етәсәкбеҙ”.


Вернуться назад