Табиптар был аҙнала нисек ҡабул итә?21.01.2019
Был аҙнала Сибай ҡала дауаханаһында республика медицина белгестәре үҙ эшен дауам итә.

Балалар поликлиникаһында кардиолог, ЛОР, аллерголог, гастроэнтеролог, пульмонолог, невролог, педиатр, хирург, медицина психологы ҡабул итә.
Яҙылыу иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 5-кә ҡәҙәр. Телефон – 8 (34775) 5-04-40.

Өлкәндәр поликлиникаһында кардиолог, ЛОР, аллерголог, пульмонолог, токсиколог, күҙ табибы, онколог, маммолог, онколог-проктолог, торакаль онколог, психотерапевт, профпатолог ҡабул итә.
Яҙылыу иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 5-кә тиклем. Телефон – 8 (34775) 5-04-45.

Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында Республика перинаталь үҙәге белгестәре – акушер-гинекологтар һәм медицина психологтар – ҡабул итә. Яҙылыу өсөн телефон – 8 (34775) 5-04-36 ( сәғәт иртәнге 8-ҙән киске 6-ға тиклем). Шулай уҡ медицина учреждениеһы регистратураһына шәхси мөрәжәғәт итергә мөмкин.


Вернуться назад