Сибайҙағы хәлдән файҙаланып, урындағы халыҡтың “кеҫәһенә төшөргә” тырышыу осрағы хаҡында ишетелде: билдәһеҙ кешеләр социаль селтәрҙә табиптарға “түләүле яҙылыу” ойошторорға маташҡан.Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығында хәлгә аңлатма бирмәйҙәр. Ни өсөн тигәндә, был дәлил буйынса ғариза булмаған. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығында иһә мәғлүмәтте кире ҡағып, түләүле яҙылыу юҡлығы хаҡында белдергәндәр.
Социаль селтәрҙә Сибай халҡы Өфө белгестәренә ҙур сират булыуына зарлана. Бәғзеләр бәйән итеүенсә, табип кабинетына алдан яҙылғандар ҙа, ауырыу сәбәпле килгәндәр ҙә инергә тырыша. Ҡайһы бер ата-әсә, баш ҡала белгестәренә күренеү мөмкинлеген файҙаланырға тырышып, һаулығына зарланмаған балаһын да алып килә.
“Иртәнсәк ҡан биреүгә ҙур сират булды. Һөҙөмтәлә тағы ике лаборант ултырттыҡ”, – тип белдергән учреждение вәкиле.