Белорет ҡалаһының Карл Маркс урамындағы 86-сы йортта йәшәгәндәрҙән авария хеҙмәтенә бер-бер артлы саҡырыуҙар килә башлай. Улар конфоркаларҙан газ урынына һыу ағыуына зарлана.
Баҡтиһәң, быға бер күршеләре ғәйепле икән. Ир газ менән һыу йылытыу ҡорамалын үҙаллы ҡуйып маташҡан: һыу үткәргес урынына газ селтәре шлангыһын тоташтырған. Һөҙөмтәлә газ плитәләренән һыу аҡҡан...
Был хәлде бөтөрөү өсөн бер көн талап ителгән. “Йүнсел” иргә штраф сәпәүҙәре ихтимал.