Һуңғы ваҡытта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыл ерҙәрендә янғын сығыу осраҡтары йышая, ҡорбандар булғаны хаҡында ишетеп торабыҙ. Район үҙәгенән алыҫта ятҡан төпкөлдәргә янғын һүндереү машиналарының барып өлгөрмәүе көнүҙәк мәсьәләгә әйләнде.Ут сығыуға бәйле ошо һәм башҡа проблемаларҙы яйға һалыу маҡсатына ярашлы, 2030 йылға тиклем янғын һүндереү хеҙмәтен үҫтереү стратегияһы раҫланды. Унда техника паркын яңыртыу, ауылдарға янғын автоцистерналары ҡуйыу һ.б. бурыстар ҡаралған.
Әйткәндәй, күптән түгел Хәйбулла районының Сиҙәм һәм Һаҡмар ауыл биләмәләренә янғын һүндереү өсөн тағылмалы цистерналар алынған. Дүрт кубометр һыу һыйҙырышлы берәүһенең хаҡы – 450 мең һум. Янғын һүндереүгә тулыһынса әҙер был техника әлеге ауыл биләмәләренә юҡҡа бирелмәгән: улар район үҙәгенән алыҫта ята.