Мәңгелек ут курткаһына ҡабынған19.01.2019
Йәшәү урыны булмаған бер ир Еңеү паркындағы Мәңгелек ут янына килеп йылынырға булған. Эргәһенә ятҡан да йоҡлап киткән.
Һөҙөмтәлә курткаһы яна башлағанын да һиҙмәгән. Иртәнсәк сәғәт һигеҙ тирәһендә үтеп барыусылар был хәлде күреп, ирҙе уятып өлгөргән.
“Изге урынды ҡәҙерләргә кәрәк!” – тип дәғүә белдергәндәр. Үҙен Таһир тип танытҡан әлеге кеше әйтелгән һүҙҙәр менән ризалашҡан, был хәл башҡа ҡабатланмаясаҡ, тип ышандырған.


Вернуться назад