Дағстан урамында хәл нисек?19.01.2019
Мәғлүм булыуынса, 13 ғинуарҙа Өфөнөң Дим районы Дағстан урамындағы 12-се йорт диуарының йөҙлөгө ҡупҡайны. Әле уны йүнәтеү эше бара.
Бина эргәһендәге биләмә кәртәләп алынған һәм икенсе көндә үк идара компанияһы, махсус ойошмалар күҙәтеү органдары контролендә иҫке плитәне һүтә башлаған.
Әле эш бөтөн талаптарға, техник стандарттарға ярашлы бара. Кирбестең беркеткесен махсус сетка һәм арматура менән нығыталар. Идара компанияһы экспертиза үткәрәсәк, тотош йорт йөҙлөгөн тикшерәсәк тикшерәсәк белгестәргә мөрәжәғәт иткән.


Вернуться назад