Ҡырым тағы ла яҡыная18.01.2019
Бөгөн кис Башҡортостан Хөкүмәтендә Ҡырым делегацияһының төбәгебеҙгә сәфәренә йомғаҡ яһалды. Алдан хәбәр ителеүенсә, улар көн дауамында төрлө йүнәлеш буйынса уңышлы эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Ҡырым Республикаһының Министрҙар советы рәйесе урынбаҫары Михаил Селезнев сәфәрҙең юғары кимәлдә ойошторолоуы, бай программа өсөн беҙҙең яҡ вәкилдәренә рәхмәт әйтте, үҙ-ара бәйләнештең артабан тағы ла нығынырына ышаныс белдерҙе.
Сәфәр барышында Өфө һәм Симферополь ҡалалары хакимиәттәре араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документҡа ярашлы, уларҙан бер төркөм белгес килеп, беҙҙәге ҡала хужалығы идаралығы системаһы менән танышасаҡ. Тағы бер килешеү Ҡырымдың Министрҙар советы, Өфө трамвай-троллейбус заводы һәм Ҡырымды үҫтереү корпорацияһы араһында төҙөлдө.


Вернуться назад