Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы делегацияһы Сибайҙағы хәлде тикшергәс, борсоулы халыҡ менән осрашып, аңлатыу эше үткәрҙе, төрлө һорауҙарға яуап бирҙе. Бөгөн улар Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы етәкселеген күреп һөйләште, карьерға барҙы, ғәҙәттән тыш хәлде бөтөрөү барышы менән ҡыҙыҡһынды. Унан ҡала хакимиәте вәкилдәре, комбинат филиалы етәкселеге, шулай уҡ төрлө министрлыҡ, ведомство, ойошмалар белгестәре ҡатнашлығындағы “түңәрәк өҫтәл”дә карьерҙың әлеге торошо хаҡында мәғлүмәт еткерҙеләр. Фаразланыуынса, яныу үҙәге бик тәрәндә. Хәлде яйға һалыуға башҡа төбәктәрҙән дә белгестәр йәлеп ителә.
“Түңәрәк өҫтәл”дән һуң халыҡты ҡабул итеү ойошторолдо.
“Кешеләрҙе күберәк экологик хәлдең һаулыҡҡа йоғонтоһо борсой. Аллергик сирлеләр айырыуса хәүефләнә, – тине сара һөҙөмтәһе буйынса Йәмәғәт палатаһы етәксеһе Ольга Панчихина. –Шулай уҡ социаль өлкәгә бәйле мәсьәләләр күтәрелде, төрлө ташлама, пособие, эшкә урынлашҡанда хоҡуҡҡа гарантия буйынса һорауҙар бирелде.
Әлбиттә, әле иң мөһиме – карьерҙағы проблеманы бөтөрөү. Халыҡ өҙлөкһөҙ ҡурҡып, хәүефләнеп йәшәргә тейеш түгел”.