Сибайҙан барасаҡ 500 баланы Евпаториялағы “Хыял” шифахана комплексы ҡабул итәсәк. Был хаҡта Ҡырым Республикаһының Министрҙар советы рәйесе урынбаҫары Алла Пашкунова белдерҙе.Уның әйтеүенсә, “Хыял”да медицина корпусында һәр баланың ауырыуына бәйле төрлө процедуралар үтергә мөмкин, йыл әйләнәһенә эшләгән бассейн да бар. Шифаханала һәр яҡлап уңайлы шарттар булдырылған, бүлмәләр ике-өс кешелек, көнөнә биш тапҡыр ашау ҡаралған. Иң мөһиме – балаларҙың сәләмәтлеге нығынһын, улар өйҙәренә шатланып ҡайтһын, ти урындағы етәкселәр.