Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Ҡырым Башлығы Сергей Аксенов Сибайға эш сәфәре барышында үҙәк ҡала дауаханаһында булды.Етәкселәр медицина хеҙмәткәрҙәре, бала табырға әҙерләнгән ҡатындар менән аралашты, учреждениеға табиптар, тейешле кәрәк-яраҡ, ҡорамалдар етәме-юҡмы икәне хаҡында белеште.
Башҡортостан Башлығы матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, пациенттарҙың береһе өлкән балаһының ныҡ йүткереүе тураһында әйткән һәм уны башҡалар менән бергә Ҡырым шифаханаһына ебәреү мөмкинлеге юҡмы икәне хаҡында һораған.
“Беҙ Магнитогорскиҙан өс чартер ебәрәбеҙ. Республика юл хаҡын түләүҙе үҙ өҫтөнә ала. Һеҙҙең бурыс – бала менән бергә оҙатыусы кемдер булырға тейеш, – тигән Радий Хәбиров. – Иң мөһиме – борсолмағыҙ. Һеҙҙең һаулығығыҙға зыян булмаясаҡ. Тик саҡ ҡына түҙегеҙ”.