Бөгөн Сибайҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ултырышы ойошторолдо. Етәксе Данир Ғәйнуллин әйтеүенсә, осрашыу бик йәнле булған.– Ултырышта йөҙгә яҡын кеше ҡатнашты, сара өс сәғәт тирәһе барҙы, – тине ул. – Халыҡты мәктәптәрҙең, уҡыусыларҙы ташыу өсөн автобустарҙың етмәүе борсой, уҡытыу методикаһына, башҡорт теле дәреслектәренә бәйле һорауҙары күп. Шулай уҡ йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу, йәмәғәт тормошона йәлеп итеү хаҡында етди һөйләшеү булды. Аҡһаҡалдар ҡоро милли матбуғат сараларына күберәк яҙылыу мөһимлеге мәсьәләһен күтәрҙе.
Ултырышта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының V съезын үткәреүгә әҙерлек һәм уға ярашлы “Башҡорт халҡының үҫеше стратегияһы”н булдырыу хаҡында һөйләшелгән, Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан үткәреләсәк сараларға әҙерлек барышы тикшерелгән.