Йәш ҡыҙҙы көсләгән енәйәтсене эҙләйҙәр!15.01.2019

Башҡортостанда 15 йәшлек ҡыҙҙы көсләгән енәйәтсене эҙләйҙәр. Ваҡиға 2 ғинуарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһында Депо урамындағы ташландыҡ бинала була.

Әлеге мәлдә шик аҫтына алынған кешенең фотороботы төҙөлгән. Уның билдәләре: буйы 170-175 сантиметр, ауырлығы уртаса, йөҙө түңәрәк, сәсе ҡыҫҡа, ҡара төҫтә, сал төшкән, ҡул бармаҡтары йыуан. Ҡара куртка, биҙәкле һоро джемпер, ҡара болон салбар, ҡара ботинка, ҡара бәйләнгән шапка кейгән.

Енәйәт эше ҡуҙғатылған. Берәй төрлө мәғлүмәт белгән кешеләрҙе 9 909 3518944, 8 347 439161, 8 3473 204534 йәки 02 телефон һандарына шылтыратыуҙарын үтенәләр.


Вернуться назад