Өфө ҡалаһының Блюхер урамындағы өр-яңы йортта төндә бер фатирҙа йәшәгәндәр балалар бүлмәһендәге тауышҡа уянып китә. Сабыйҙары янына инеп ҡарағас, өлкәндәр ғәжәпкә ҡала: улар янында осло штукатурка киҫәктәре ята.
– Улар ауыр ғына, ҡалынлығы сантиметр ярымдыр йәки унан да ҙурыраҡ булыуы мөмкин, – ти улар.
Иртән хужалар бөтә урынға шылтырата башлай. Әммә ярҙамға ашығыусылар табылмай. Берәүҙәре заявканы һуңғараҡ ҡарарға өмөтләндерә, икенселәре был эшкә улар яуап бирмәүен сәбәп итә. Ахырҙа ни ҡылырға белмәгән ҡатын социаль селтәр аша республика Башлығы хакимиәтенә мөрәжәғәт итә.
– Бары шунан һуң ғына төрлө хеҙмәт күрһәтеү вәкилдәре килеп, мәсьәләне хәл итергә вәғәҙә бирҙе, – ти ханым.
Әйткәндәй, бындай проблема был фатирҙа ғына булмаған. 30 декабрҙә күршеләрендә шундай уҡ хәл күҙәтелгән – ваннала кескәй бала йыуынып ултырғанда штукатурка киҫәге килеп төшкән. Хужалар ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәһен, ҡолаҡ һалыусы табылмаған...