“Сүп-сар һуғышы” туҡтармы?15.01.2019
Сүп-сар темаһы һуңғы арала бик көнүҙәккә әйләнеп китте. Республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев ошо темаға арнап парламент тыңлауҙары уҙғарырға тәҡдим итте.

– Был мәсьәлә беҙҙең республика ғына түгел, барлыҡ ил өсөн бик мөһим. Ҡайһы бер төбәктәрҙә ул башланып та өлгөрмәгән, ә ҡайһыларында ысын мәғәнәлә “сүп-сар һуғышы”на әүерелгән. Был юҫыҡта беҙҙең республика лайыҡлы урында тора, әлбиттә. Тик мәсьәләне үҙ яйына ла ҡуйырға ярамай. Әйткәндәй, яңы тарифтар буйынса түләү февралдән башланғанын оноторға ярамай, – тине ул.


Вернуться назад