“...Башҡорт ҡышынан һәм ҡарынан да матур нәмә юҡ. Өлфәт Мансур улы ла шулай уйлайҙыр тигән ышаныстамын”. Сәхифәһенә шундай һүҙҙәр яҙып, тышҡы күренеште фотоға һәм видеоға төшөрөп һалғайны кисә республика етәксеһе Радий Хәбиров.
Яуап итеп, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин торлаҡ-коммуналь хеҙмәтенең көсөргәнешле режимда эшләүе хаҡында белдерҙе.
Бөгөн дә баш ҡалала ҡарға ҡаршы “көрәш” дауам итә. Коммуналь хеҙмәттәр тәүлек әйләнәһенә урамдарҙы таҙартыу менән мәшғүл. Октябрь районында, мәҫәлән, таңдан алып өс йөҙҙән ашыу махсус хеҙмәткәр биләмәне тәртипкә килтерә, транспорт өсөн уңайһыҙлыҡ тыуҙырған урындарҙы ҡарҙан таҙалай. Ленин районында иһә күперҙә көсөргәнешле эш бара, Затон, Нижегородка биҫтәләре урамдарын таҙартыуға айырыуса ҙур иғтибар бүленә.
Башҡа райондарҙа ла ҡарға ҡаршы “көрәш” өсөн етерлек махсус техника йәлеп ителгән, хеҙмәткәрҙәр, һалҡынға ҡарамай, үҙ бурыстарын теүәл үтәргә тырыша.