Заводта – янғын...13.01.2019
Республикабыҙҙың баш ҡалаһындағы нефть эшкәртеү заводында бөгөн янғын сыҡҡан. Был хаҡта диспетчер пультына сигнал сәғәт 12-се ун минутта килгән.

Биләмәлә кабелдәр һәм 100 квадрат метр майҙандағы ҡулайлама янған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сәғәт 1-се 20 минутта янғын тулыһынса һүндерелгән.

Әлегә алынған мәғлүмәт буйынса, зыян күргән кеше юҡ. Урында тикшереү эштәре бара, янғын сәбәптәре асыҡлана.


Вернуться назад