Прокуратура һаҡта ныҡлы торһа...11.01.2019
Беҙҙә граждандар үҙҙәрен хоҡуҡи яҡтан яҡланған итеп тоямы? Был ғәмәлдең ғәҙеллеккә, дөрөҫлөккә нигеҙләнгәненә ышанамы? Барыһы ла тәү сиратта прокурорҙарҙың һөнәри оҫталығына, аныҡ, теүәл алып барылған эшмәкәрлегенә бәйле.

Хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров прокуратура хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән тәбрикләне. Күҙәтеү ведомствоһы йәшәйештең барлыҡ өлкәләрен контролдә тота, тип билдәләне ул.

– Прокуратураның алданған өлөшсөләргә бәйле киҫкен мәсьәләләрҙе тиҙ иғтибарға алыуы, кисекмәҫтән яуап биреүе мөһим, – тине Радий Фәрит улы. – Һуңғы йылдарҙа уларҙың аҡсаһы урланыу дәлиле буйынса 18 енәйәт эше асылып, судҡа бирелгән. Былтыр торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағында финанс етешһеҙлектәргә бәйле 30 енәйәт эше ҡуҙғатылған. Прокуратура органдары хеҙмәт һәм социаль ҡануниәт ҡағиҙәләрен үтәүгә лә контролде нығытты. Тап уларҙың көсө менән эш хаҡы буйынса 650 миллион һум самаһы бурыс ҡайтарылды.

Төбәк етәксеһе шулай уҡ контрафакт алкоголгә, власть органдарында ришүәтселеккә ҡаршы көрәште көсәйтеү бурысын ҡуйҙы.


Вернуться назад