Бөгөн төндә Туймазы ҡалаһының Мичурин урамындағы туғыҙ ҡатлы йортта йәшәгәндәр эвакуацияланды.
Асыҡланыуынса, подъездың беренсе ҡатындағы йыһаздың янып китеүе сәбәпле, йорт эсенә төтөн тулған. Торлаҡтан 215 кеше, шул иҫәптән 57 бала, урамға сығарылған. Янғын һүндерелгәс, уларҙы фатирҙарына индергәндәр. Һәләк булғандар һәм зыян күргәндәр юҡ. Әле янғындың сәбәбе асыҡлана.
Әйткәндәй, уҙған тәүлектә республикала 31 янғын сыҡҡан. Бәхеткә күрә, ҡорбандар юҡ.