“Потякиндарҙы ҡотҡарырға мөмкин ине...”07.01.2019
Сайтта хәбәр итеүебеҙсә, 5 ғинуар төнөндә Хәйбулла районының Бүребай ауылында Потякиндарҙың өйөндә янғын сыҡҡайны. Тамара менән Александр Потякиндар, уларҙың 16 балаһы торлаҡһыҙ ҡалды.

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, йортта янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайлама ҡуйылған булған, әммә ут икенсе бүлмәлә сыҡҡан, уны ваҡытында күрмәгәндәр. Янғын һүндереүселәр һигеҙ сәғәт буйы утҡа ҡаршы көрәшә. Потякиндар иһә был өйгә бер йыл элек кенә күскән.

Йортто ҡотҡарырға мөмкин ине, тигән фекерҙә ауыл халҡы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, урындағы янғын һүндереүселәр йыш ҡына һуңлап килә, тейешле ҡорамалдары ла булмай сыға.

Әле Потякиндарҙы Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты ҡунаҡханаһында урынлаштырғандар. Район етәкселеге уларға Аҡъярҙан ваҡытлыса торлаҡ тәҡдим иткән, әммә ғаилә йортто тергеҙеү, хужалыҡты хәстәрләү өсөн Бүребайҙа ҡалырға теләк белдергән.

Ауылдаштары иһә уларға аҡса, кәрәк-яраҡ йыйыуҙы ойошторған. Аҡсалата ярҙам Корчагина Тамара Николаевна исеменә асылған картаға ҡабул ителә. Уның һандары: 2202 2003 4759 5009.




Вернуться назад