Дәүләт автоинспекцияһы водителдәрҙе ни өсөн тикшерә?07.01.2019
Бөгөн Башҡортостанда Дәүләт автоинспекцияһы водителдәрҙе күпләп тикшерә. Иҫкәртеү сараларының маҡсаты — транспорт ағымында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоуға юл ҡуймау.

«Иҫерек водителдәрҙе һәм административ хоҡуҡ боҙоу осраҡтарын асыҡлауға айырыуса иғтибар бирелә. Бындай сараларҙы аңлап ҡабул итеүҙәрен һорайбыҙ. Һәр тикшереүҙең маҡсаты — юлда аварияларға юл ҡуймау, граждандарыбыҙҙың ғүмерен һәм сәләмәтлеген һаҡлап алып ҡалыу», — тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.


Вернуться назад