Төнгө сәғәт 2-лә Өфөләге Росгвардияның үҙәкләштерелгән һаҡ пунктына Ферин урамындағы сауҙа павильонынан хәүефле сигнал килә. Һаҡ төркөмө кисекмәҫтән юлға сыға.
Баҡһаң, магазинға эскән килеш килеп ингән йәш кеше һыра банкаһы өсөн ике йөҙлөк ялған аҡса менән иҫәпләшмәксе булған икән. “Приколдар банкы” тип йөрөтөлгән бындай купюраларҙы йәше лә, ҡарты ла күргәндер, тотоп ҡарағандары ла барҙыр.
Шулай итеп, 21 йәшлек Нуриман егетенең хәйләһе барып сыҡмай, гвардиясылар енәйәтсене полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшыра.