Урамда теләһә кем менән танышмағыҙ…07.01.2019
Өфөлә йәшәүсе 41 йәшлек ҡатын Яңы йыл алдынан Нигериянан килгән йәш егет менән таныша. 31 декабрҙә көндөҙ ул яңы танышын өйөнә ҡунаҡҡа саҡыра.

Фатирға ингәс тә, ят кеше, бысағы менән янап, ҡатынға ташлана… Бысраҡ ниәтен ғәмәлгә ашырғас, енәйәтсе ҡунаҡсыл ҡатын-ҡыҙҙың бер нисә мобиль телефонын, планшетын һәм 5,5 мең аҡсаһын урлап ҡаса.

Зыян күргән ҡатын кисекмәҫтән полицияға мөрәжәғәт итә. Рәсәй Тәфтиш комитетының төбәк идаралығы һәм РФ Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәренең аныҡ һәм профессиональ эш итеүе һөҙөмтәһендә енәйәтсенең шәхесе тиҙ асыҡлана һәм ул ҡулға алына.

23 йәшлек был әҙәм аҡтығы Өфө ҡалаһы хостелдарының береһендәге бер бүлмәне ҡуртымға алып йәшәгән.

Әле енәйәтте тикшереү дауам итә.




Вернуться назад