Өфөлә цирк тамашаһы ваҡытында өс кеше зыян күргән: баш ҡаланың Жуков урамында урынлашҡан күңел асыу ойошмаһына “ашығыс ярҙам” саҡырғандар.
Медицина хеҙмәткәрҙәре циркка килеүселәргә тәүге ярҙам күрһәткән. Билдәле булыуынса, ике кеше, шул иҫәптән, 7 йәшлек бала, баллондағы газ менән ағыуланыу арҡаһында үҙҙәрен насар тойған. Өсөнсө кеше аяғын ауырттырған, ул дауаханаға оҙатылған.
БР буйынса Федераль суд приставтары хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2018 йылдың 19 декабрендә был шапито циркының эшмәкәрлеге хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәгән өсөн суд ҡарары менән туҡтатылған булған. Мәгәр, 25 декабрҙә цирк етәкселеге үҙ белдеге менән эшмәкәрлеген яңыртҡан һәм кешеләрҙең ғүмерен, һаулығын тағы ла хәүеф аҫтына ҡуйған. Әле шапито директорына ҡаршы енәйәт эше асылған.
Суд приставтары хеҙмәте иҫкәртә: цирк барыбер ябыласаҡ, ә уның хеҙмәткәрҙәре халыҡты тамашаға саҡырып таратҡан иғландары килем алып өлгөрөргә тырышыу ғына.
ревматолог уфа