Барыһы ла контроль-иҫәптә03.01.2019
Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы былтыр 900 миллион һумға яҡын суммаға тиң етешһеҙлектәрҙе асыҡлаған.

Уларҙы бөтөрөү тәьмин ителгән. Шулай уҡ республика бюджетына 400 миллион һумға яҡын аҡсаны кире ҡайтарыуға өлгәшелгән.

Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә административ хоҡуҡ боҙоуҙарға бәйле 508 протокол төҙөлгән. Уларҙың дөйөм суммаһы 20 миллион һум тәшкил итә. Был тәңгәлдәге етешһеҙлектәр башлыса ҡаҙылма байлыҡ табыу тармағындағы эшмәкәрлеккә ҡайтып ҡала.


Вернуться назад