Матәм көнө. Бергәләп ҡайғырабыҙ...02.01.2019
Бөгөн Магнитогорскиҙа Рәсәйҙең һәм Силәбе өлкәһенең дәүләт флагтары төшөрөлдө, ойошма-учреждениеларға, телерадиокомпанияларға күңел асыу саралары үткәреү, шундай тапшырыуҙар күрһәтеү тыйылды.

“Ҡазала һәләк булғандарҙың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашып, 2 ғинуарҙы матәм көнө тип иғлан итәм. Ҡалалағы фажиғә – барыбыҙҙың уртаҡ хәсрәт”, – тип белдерҙе Силәбе өлкәһе губернаторы Борис Дубровский.
Күршеләр менән бергә ҡайғырабыҙ. Уларға сабырлыҡ, түҙемлек бирһен...


Вернуться назад