Магнитогорскиҙағы емерелгән йортта 11 айлыҡ сабыйҙың табылғанын хәбәр иткәйнек инде. Уның ата-әсәһе лә иҫән!
Баланы дауаханала ентекле тикшереп, Мәскәүгә ебәрергә хәл иткәндәр. Емереклек араһынан табылған әсәһе сабый янына килгән. Баланың атаһы ҡотҡарыусыларға бәләкәсе йоҡлаған карауаттың ҡайһы тирәлә икәнлеген күрһәткән булған.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, ҡазала ғүмере өҙөлгәндәрҙең һаны туғыҙға етте.