Дүртөйлө районы хаҡында25.12.2018
Үҙен ян-яҡтан уратып алған ете район ҡосағында һыйынып ятҡан Дүртөйлө районының атамаһы, өс быуат үтеүгә ҡарамаҫтан, боронғолоғон, тарихи яңғырашын һаҡлап алып ҡалған. Архив документтарынан күренеүенсә, 1795 йылда ошо ерҙәрҙә төйәкләнгән дүрт урыҫтың йорттары һанына ҡарап, күрше-тирәләге ауыл халҡы был төбәкте “дүрт өйлө” тип йөрөтә башлай. Сауҙа итеү өсөн Ағиҙел йылғаһы, урыны аралашыу, бәйләнештәр өсөн бик отош­ло булған ауыл тиҙ арала эре йөк оҙатыу һәм ҡабул итеү пунктына әүерелә.

Хәҙер инде ул — 64 мең кеше йәшәгән (шул иҫәптән ҡалала — 30 мең), 88 ауыл биләмәһенән торған, тәбиғәт байлыҡтарына ифрат бай төбәк. Нефть ятҡылыҡтары эшкәртелә, төҙөлөш өсөн әһәмиәтле кирбес сеймалы, ҡом, ҡырсынташ ҡушымталары етерлек. Әммә төбәктең иң ҙур хазинаһы — хеҙмәте менән райондың муллығын, ер уңышын арттырған илһөйәр халҡы. Яҡташтары, башҡорт милли әҙәбиәте классигы, ялҡынлы шағир Шәйехзада Бабич йәп-йәш кенә көйөнә саф йөрәкле, эшсән, дәртле, көләс халҡын данлап, юҡҡа ғына “Халҡым өсөн” шиғырын яҙмағандыр:
Ап-аҡ алтын йырҙарымды
Йырламайым данлыҡ өсөн.
Йырлайым алтын исем өсөн,
Үҙ туған халҡым өсөн...

Заманында халҡының меҫкен, хәйерсе тормошо өсөн йәне көйгән, “өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән” тип, аҡ көн тыуғанын көткән шағирҙың Дүртөйлөнөң бөгөнгөһөн күрмәүе ниндәй аяныс! Әгәр ҙә ул халҡының тиңдәр араһында тиң булып, үҙ ҡулдары, аҡылы, зирәклеге менән матур тормош ҡороп йәшәүен күрһә, “Уралҡайға ҡарап илау” урынына ниндәй шатлыҡлы, ырыҫлы шиғри юлдарын бүләк итер ине икән?!

Район буйлап сәфәр барышында ошо ерҙең йәмен, ҡеүәтен арттырған, донъя йөгөн ауырһынмай күтәргән ир-егет, йәш быуын күңеленә изге орлоҡтар һалған ҡатын-ҡыҙ зат­тары менән яҡындан таныштыҡ. Уларҙың һәр береһе — үҙенсәлекле шәхес, холоҡ-фиғел һыҙаттары ҡапма-ҡаршылыҡлы, әммә барыһы ла үҙ идеяһына тоғро, сәмле.


Вернуться назад