ЙЫЛ ПОЧТАЛЬОНЫ! “Гәзит-журнал күберәк килһен”25.12.2018
Республика буйынса “Башҡортостан” гәзитен иң күп алдырған төбәктәрҙең береһе – Ҡырмыҫҡалы районы. Шуға күрә “Йыл почтальоны”н беҙ тап ошонда осраттыҡ.

Тәслимә Баязитова мат­буғат таратыу эшенә хаҡлы ялға сыҡҡас тотон­ған. Уға тиклем оҙаҡ йылдар фермала һауынсы, Өфө тир­мән комбинатында ярҙам­сы хеҙмәткәр булып эшлә­гән. Бөгөн ул Һәүәләй ауылы халҡына гәзит-журнал, хат-хәбәр ташый.

– Ауыл ҙур, 12 урамды хеҙмәтләндерәм. Өлгөрмәһәм, тормош иптәшем ярҙам итә. “Башҡортостан”ға ололар, мәғариф ветерандары, мәктәп, балалар баҡсаһы, дауахана хеҙмәткәрҙәре теләп яҙыла. Йәштәрҙең матбуғатты уҡырға атлығып тормауын күреп, милли баҫмаларҙың киләсәген уйлап борсолоп та ҡуям. Гәзит-журналдар күберәк килһә, беҙгә лә күңелле, – ти Тәслимә Ишмөхәмәт ҡыҙы.


– Тәслимә апай – матбуғатҡа яҙылыу осоронда иң әүҙем эшләгән почтальондарҙың береһе. Барыһы ла хеҙмәтенә уның кеүек яуаплы ҡараһа, гәзит-журналдарҙың тиражы ла күпкә юғары булыр ине. Һәүәләйҙән тыш, Ҡырмыҫҡалы, Ҡабаҡ, Иҫке Бәпес, Сахай почта бүлексәләрендә “Башҡортостан”ға яҙылыусылар күп булды, – ти Ҡырмыҫҡалы районы почтамтының матбуғатҡа яҙылыу бүлеге операторы Лилиә Камалова.


Вернуться назад