ЙЫЛ ВАҠИҒАҺЫ! Торатау ғүмер баҡый торасаҡ!25.12.2018
Нисәмә йылдар халыҡты, киң йәмәғәтселекте борсоған ҙур мәсьәләгә декабрь башында нөктә ҡуйылды. Һүҙ халҡыбыҙҙың изге тауы – Торатау тураһында. “Башҡортостан сода компанияһы” әллә ҡасандан бирле тауҙы сеймал итеп файҙаланырға ниәтләнә ине. Төрлө дәлилдәр килтереп, предприятие өсөн тап Торатауҙың кәрәклеген иҫбатларға тырышты.

Һис шикһеҙ, халыҡ Торатауҙы һаҡлап ҡалыуға ҙур көс һалды, даими саралар, акциялар уҙғарҙы, әммә тауҙың яҙмышы ошо көндәрҙә генә хәл ителде. Мәсьәләгә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров нөктә ҡуйҙы. Ул Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарында “Торатау” геопаркы булдырыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Был инде изге тауға бер кем дә, бер ҡасан да ҡул һуҙа алмаясаҡ тигәнде аңлата.

Башҡортостан Хөкүмәтенә республиканың Фәндәр академияһы һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәктәре менән берлектә геопаркты ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индерергә ҡушылды. Документта билдәләнеүенсә, парк республикабыҙҙың геологик, биологик һәм тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлау, шулай уҡ был төбәктә туризмды үҫтереү маҡсатында булдырыла. Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары биләмәһендә урынлашасаҡ геопарк Торатау менән Йөрәктауҙы һәм уларҙың тирә-яғындағы башҡа ваҡ объекттарҙы үҙ эсенә ала.

Һүҙ ҙә юҡ, был Указ Башҡортостан халҡы өсөн бик мөһим. Ул тауҙарҙы ғына һаҡлап ҡалмай, ә төбәктә йәшәгән халыҡтың мәҙәниәтен үҫтереү, урындағы халыҡҡа хас милли кәсептәрҙе тергеҙеү өсөн дә етди ярҙам. Туристарҙы ҡыҙыҡһындырыу өсөн инфраструктураға ҙур иғтибар буласаҡ. Тимәк, яңы, матур юлдар, төҙөк ауылдар, социаль объекттар ҙа үҫешәсәк. Бынан тыш, агротуризмды үҫтереүгә, ҡортсолоҡҡа ла яңы һулыш бирелер, тип иҫәпләй белгестәр. Ошо төбәктә йәшәгән ауыл кешеләре өсөн өҫтәмә килем сығанағы ла буласаҡ. Дәүләт ярҙамы ла күрһәтелһә, төбәктә агротуризм сәскә атасаҡ.

Бынан тыш, республикабыҙҙың иң мөһабәт биналарының береһе, халыҡ-ара һәм ил кимәлендәге әһәмиәтле саралар үткән урын – Конгресс-холл “Торатау” исемен йөрөтәсәк. Был да уйлап, үлсәп эшләнгән аҙым. Тауҙар, геопарк, уның башҡорт халҡы өсөн мөһимлеге тураһында барлыҡ донъя беләсәк.


Вернуться назад