Ҡабаҡтар Ҡабан йылын ҡайҙа ҡаршылаясаҡ?23.12.2018
Әлбиттә, өр-яңы клубта! Һуңғы 20 йыл эсендә күп кенә халыҡ йәшәгән Ҡабаҡ ауылы (Ҡырмыҫҡалы районы) клубһыҙ көн күрҙе.

Төрлө ҡыҙыҡлы саралар мәктәптә, ауыл биләмәһе хакимиәте бинаһында үткәрелде. Яңы ял итеү үҙәге асылыуын йәштәр ҙә, ололар ҙа күптән өмөтләнеп көттө. “Башҡортостандың 100 йыллығына — 100 объект” программаһына ярашлы, мөһим социаль бина, ниһайәт, әҙер булды. Проект хаҡы 32 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән мәҙәниәт үҙәге декабрь аҙағында ҡабаҡтарҙы ҡаршы аласаҡ.




Вернуться назад