Гөлнур – “Йыл журналисы”22.12.2018
Өфөнөң “Торатау” Конгресс-холында республика киң мәғлүмәт сараларының йыл һайын үткәрелеп килгән үҙенсәлекле байрамы – Матбуғат балы уҙҙы. Быйылғыһы Башҡортостандың киләһе йылдың мартында билдәләнәсәк 100 йыллыҡ юбилейына арналды.

Журналистар “Социаль яҡлау”, “Сәйәсәт һәм йәмғиәт”, “Сәләмәтлек”, “Баш ҡала журналистикаһы”, “Экология”, “Спорт һәм йәштәр сәйәсәте”, “Бәләкәй Ватан” һәм башҡа номинацияларҙа билдәләнде.

“Йыл журналисы” исеменә “Йәшлек” гәзите хәбәрсеһе Гөлнур Ҡыуатова лайыҡ булды. Гөлнур уҡыусыларға сәнғәт һәм мәҙәниәт әһелдәре хаҡында очерктары, артистар менән ойошторған ҡыҙыҡлы әңгәмәләре, шулай уҡ ауыл тормошона арналған һүрәтләмәләре аша яҡшы таныш. Күптәр уны хисле шиғырҙар, уның һүҙҙәренә яҙылған моңло йырҙар авторы булараҡ та белә.

Хеҙмәттәшебеҙҙе һәм барлыҡ еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!


Вернуться назад