Рәсәй Хөкүмәте Зариф Байғусҡаровтың эшен юғары баһаланы20.12.2018
Кисә Рәсәй Дәүләт Думаһы көҙгө сессияны япты. Унда Хөкүмәт Премьер-министры Дмитрий Медведев айырыуса әүҙем һәм һөҙөмтәле эшләгән 40 депутатҡа дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Бүләкләнеүселәр араһында Башҡортостан Республикаһынан депутат Зариф Байғусҡаров та бар. Яҡташыбыҙҙың хеҙмәте Рәсәй Хөкүмәтенең «Рәсәй парламентаризмын үҫтереүгә тос өлөш индергәне һәм закондар ижад итеү эшмәкәрлегендәге әүҙемлеге өсөн» Рәхмәт хаты менән билдәләнде.


Вернуться назад