Һөт менән алдап булмай15.12.2018
Өфөнөң “Саванна” зоопаркы тулыланды. Унда өс арыҫлан һәм ике юлбарыҫ балаһы донъяға килгән. Сабыйҙар август һәм сентябрь айҙарында уҡ тыуһа ла, зоопарк хеҙмәткәрҙәре уларҙы яңы ғына күрһәтергә булған.

Юлбарыҫ һәм арыҫлан балалары был арала үҫергә өлгөргән, рәхәтләнеп уйнайҙар. Үҫеп нығынып алған “бесәйҙәр” һөт менән генә мөрхәтһенмәй икән, ҙур януарҙар кеүек, ит талап итә.

Бәләкәй йәнлектәрҙең барыһы ла зоопаркта тороп ҡалмай. Башҡа ҡалаларҙан цирк етәкселәре килеп, уларҙы үҙҙәре менән алып китә, ә алмашҡа үҫкән януарҙарҙы ҡалдыра икән.




Вернуться назад