Өфө йорттарының береһендә йәшәгән халыҡ ҡомаҡ ағыуы һибелеүе тураһында хәбәр иткән. Ул ағыу урам хайуандары ашаған урындарға контролһеҙ рәүештә һалынған икән. Шулай итеп, хәүеф аҫтына йорт хайуандары ла эләгә. Ветеринария клиникаһы белгестәре был матдәнең тап ҡомаҡ ағыуы икәнлеген раҫланы.
Халыҡта 79-сы Торлаҡ-эксплуатациялау участкаһы слесары шик тыуҙыра. Орджоникидзе районының Торлаҡ хужалығы идаралығынан подъезд төбөнә, унан да бигерәк хайуандар һауытына ағыу һалырға бер кемдең дә хоҡуғы юҡлығын белдерҙеләр. Директор хеҙмәткәрҙәренең ҡылығы өсөн ғәфү үтенде.