Яңы йылда ниҙәр була?13.12.2018
Өфө ҡалаһы хакимиәтендә оператив кәңәшмә ваҡытында Яңы йылда байрам саралары тураһында һүҙ барҙы.

Төп байрам тантанаһы Рус драма театры ҡаршыһындағы майҙанда ойоштороласаҡ. Концерттан һуң төнгө сәғәт 2-лә Ленин исемендәге майҙанда Яңы йыл салюты була.

Яңы йыл байрамында мәҙәниәт учреждениелары бөтәһе 120 тантаналы сара үткәрәсәк. Тамашалар 21 декабрҙән алып 8 ғинуарға тиклем һуҙыласаҡ. 24 декабрҙә һәләтле балалар өсөн Өфө ҡала хакимиәте башлығының шыршы байрамы планлаштырылған. Ял итеү парктарына килеүселәрҙе ҡышҡы тамашалар — атта йөрөү, саңғы ярыштары, боҙҙағы сығыштар — көтә.



Вернуться назад