Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ленара Иванова Өфөлә үтәсәк Халыҡ-ара лайыҡлы хеҙмәт темаһына арналған форумға әҙерлек буйынса ойоштороу комитеты ултырышын уҙғарҙы.
Форум Өфөлә 2019 йылдың 3-5 февралендә үтәсәк. Ултырыш барышында ойоштороу саралары планы ҡаралды, ҡатнашыусылар, эш программаһы, уҙғарыу урыны һәм уны киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыу мәсьәләләре өйрәнелде.